

Был акция быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрелде. Йыл һайын акцияла ҡатнашыусылар һаны арта: әгәр 2019 йылда диктантты 100 мең самаһы кеше яҙһа, 2021 йылда унда 1,5 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан.
“Еңеү диктанты”на асҡындар йылда әүҙем ҡушыла. Асҡын районында «Еңеү диктанты»н уҙғарыу өсөн Асҡындың 1-се һәм Ҡышлауйылға мәктәптәрендә ике майҙансыҡ ойошторолдо.
Ҡышлауйылға мәктәбендәге майҙансыҡта белемдәрен тикшереп ҡарарға ауыл Советы, ауыл мәҙәниәт йорто, «Чебурашка» балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, уҡыусылар, мәғариф ветерандары, Афған һуғышы ветерандары, ауыл халҡы килде.
Сарала ҡатнашыусыларҙы мәктәп директоры Земфира Суфиярова сәләмләне.
- “Еңеү диктанты” халыҡ-ара тарихи диктанты Икенсе донъя һуғышы ваҡиғаларына арналған һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрәнеүгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тарихи белемде арттырыу маҡсатында уҙғарыла, -тине Земфира Равиль ҡыҙы. Ул бөгөн, 3 сентябрҙә, Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнөндә, Беслан фажиғаһенә айырым туҡталды. Барыһы ла унда һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
«Еңеү диктанты» 25 һорауҙан торҙо.
“Еңеү диктанты”н рәсми сайтта йәки смартфон ҡушымтаһы аша онлайн яҙырға ла мөмкин. Махсус майҙансыҡтарҙа яҙа башлау менән ул тейешле бүлектә онлайн килеп сығасаҡ. Аҙаҡ ҡатнашыусы сертификатын шәхси кабинеттан табып, күсереп алырға була.
Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Ул бушлай һәм ирекле. Был хаҡта тулы мәғлүмәт менән тарихи диктанттың сайтында танышырға мөмкин.
Наилә Имаева.