

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға күпме йылдар үтте, әммә ул килтергән яралар һаман онотолмай. Эйе, беҙ азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар алдында баш эйергә, фронтта һәм ауыр тыл һынауҙарында сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән быуын тураһында иҫтәлектәрҙе быуындан-быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән “Еңеү диктанты” ла тап ошо тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатында уҙғарыла.
Иҫке Балтас 1-се һанлы мәктәбендә балтастар «Еңеү диктанты» акцияһына ҡушылды.
Сара «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Балтас районы урындағы бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Илнур Сираев диктант яҙыу ҡағиҙәләре менән таныштырып, бер минут тынлыҡ менән Бөйөк Еңеүҙе яулашҡан, еңеп ҡайтҡан һәм яуҙа ятып ҡалған барлыҡ яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алып башланды.
Гөлназ Ғәлләмова.