

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың сәхифәһенән:
"Юридик факультетта уҡыған саҡта дәрестәрҙе ҡалдырмай торғайным, хәҙер иһә көн дә эштән Совет майҙанына ҡасам, хәйер, эш көнө тамамланды инде. Бында мин генерал Шайморатов һәйкәлен төҙөү барышын ҡарарға киләм.
Һәйкәл төҙөү – тарихи ваҡиға. Беҙ, беренсенән, дивизия командиры исемен мәңгеләштереп, Башҡортостан улдары – бөтә яугирҙәргә ҡәҙер күрһәтәбеҙ, икенсенән, Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен биргән ил Президентына хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
11 октябрҙә, Республика көнөндә, барығыҙҙы ла мемориаль комплексты тантаналы асыу сараһында көтәбеҙ".
Фото: Р. Хәбировтың видеояҙмаһынан скриншот.