Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
25 Август 2022, 10:45

Берҙәм көс менән

Үршиҙе ауылы күперен ремонтлайҙар.  

Берҙәм көс менәнБерҙәм көс менән
Берҙәм көс менән

 

Үршиҙе ауылы халҡы элек-электән берҙәмлеге, уңғанлығы менән һоҡландырҙы.  Ауылда әленән-әле төҙөкләндереү өмәләре уҙып тора. Бына үткән шәмбелә ауылдың ир-егеттәре йыйылып, берҙәм көс менән күперҙе ремонтлап ҡуялар.

—  Беҙҙең күпер 1991 йылдар тирәһендә төҙөлгән, 2015 йылда ремонтлаған инек. Ошо йылдар эсендә ул тағы иҫкерҙе, таҡталары һынып, серей башланы. Ауылдың ир-егеттәре менән һөйләшеп, Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы менән кәңәшләшеп, йыйылышып ремонтларға булдыҡ.  Ауылдашыбыҙ Рөстәм Хаков таҡта материалдары менән ярҙам итте. Өмәгә ауылдаштарыбыҙ Фирдәүес Мәхийәнов, аталы –уллы Мидхәт һәм Әлфир Ноғомановтар, Әлфир Ғабдрахманов, Назиф Зекриев, Мансур Бәхтегәрәев,  Денис  Ильясов, Ринат Зекриев сыҡты.  Илшат Үзбәк улы үҙе лә өмәгә килде. Шулай бергәләшеп күперҙе ремонтлап та ҡуйҙыҡ. Барыһына ла ауыл халҡы исеменән рәхмәт белдергем килә, — тине ауылдаштары өсөн янып-көйөп торған тынғыһыҙ ауыл старостаһы   Рәүеф ағай.

Әйткәндәй, аҙ ғына алдараҡ Үршиҙе ауылында йәйәүлеләр өсөн баҫманы ла ремонтлайҙар. Был эштә Урмияҙҙан Рәүзәт Төхбәтуллин  ҙур ярҙам итә.

Наилә Имаева. 

Берҙәм көс менән
Берҙәм көс менән
Берҙәм көс менән
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас