

Альмира бәләкәйҙән тырыш, егәрле, белемгә ынтылыусан булып үҫә. Мәктәп йылдарында ла тик яҡшы билдәләргә өлгәшә. Иң яратҡан дәресе география була. Үҙ эшенең оҫтаһы булған тәжрибәле уҡытыусы Гөлсинә Ғайфулла ҡыҙы Ғәдиева шулай уҡыусыһында география фәненә ҡарата һөйөү уята. Бергәләп төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеү артынан еңеү яулайҙар. Быйыл иһә Альмира географиянан төбәк олимпиадаһында призер булып, аҡсалата бүләк тә ала. “Аҡмулла уҡыуҙары”нда ла призер була Альмира. Берҙәм дәүләт имтихандарына ла ентекле әҙерләнеп, рус теле, математика һәм географиянан юғары балдар йыя.
Һөнәр һайлау мәсьәләһе тыуғас, ул Өфөләге һәм Ҡазандағы юғары уҡыу йорттарына экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу факультеттарына документтарын бирә. Тырыш ҡыҙ бөтә ергә лә конкурстан уҙа. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, документтарын Ҡазан (Волга буйы) федераль университетының Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу институтына илтә. Альмира гидрометеорология факультетында белем аласаҡ!
Альмираға мауыҡтырғыс студент йылдары һәм уңыштар теләйбеҙ! Бай хыялдары тормошҡа ашһын! Аҡ юл һиңә, Асҡын һылыуы!
Наилә Имаева.