Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
19 Август 2022, 07:30

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам итәләр

Республикабыҙ төбәктәрендә барған "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!" хәйриә акцияһына Ҡариҙел районында ла ихлас ҡушылдылар.  

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам итәләр
Мәктәпкә йыйынырға ярҙам итәләр

Район хакимиәте  башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин һәм уның урынбаҫары Рәмил Карам улы Вәлинуровтар ҙа был сараға ихлас ҡушылды һәм Байҡы ауылында йәшәгән Щербининдар ғаиләһенә ярҙам итте. Был әҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙҙар уҡыу кәрәк-яраҡтары һалынған мәктәп сумкаһы алып ҡыуанды.
Ҡариҙел ауылындағы ”Ғаилә” район-ара үҙәгендә хәйриә акцияһына ҡушылыусыларҙың ярҙамын ҡабул итеү ойошторолған.
- Беренсе класҡа барасаҡ балаһы булған 17 ғаилә беҙҙең иҫәптә тора. Ошо беренселәргә кәнсә тауарҙары һалынған портфелдәр әҙерләнде лә инде. Кемдер беҙгә аҡсалата ярҙам күрһәтә, кемдер уҡыу кәрәк-яраҡтарын үҙәккә алып килә. Тиҙ арала беҙҙең хеҙмәткәрҙәр уны билдәле булған ғаиләләргә илтеп бирәсәк. Ярҙам итеүселәр араһында ябай граждандар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа бар, - ти үҙәктең етәксеһе Роза Мөхәмәтдин ҡыҙы Хәбибуллина.
Әйткәндәй, республикабыҙҙа йыл һайын ойошторолған был акция август аҙағына тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү, балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләү.

Гөлнара Солтанова.

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам итәләр
Мәктәпкә йыйынырға ярҙам итәләр
Читайте нас: