Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
18 Август 2022, 22:20

Иң тәмле бал кемдеке?

“Асҡын балы -2022” фестивалендә бал өлгөләрен тәмләп, һәр кем үҙенә оҡшағаны өсөн тауыш бирә алды. Һөҙөмтәлә иң тәмле бал асыҡланды.  

Иң тәмле бал кемдеке?
Иң тәмле бал кемдеке?

 


Фестивалдә “Иң тәмле бал” конкурсы ла ойошторолдо. Теләгән һәр кем өҫтәлгә ҡуйылған бал өлгөләрен тәмләп, үҙенә оҡшағаны өсөн тауыш бирә алды. Барыһы 31 өлгө (31 умартасы килтергән бал) өҫтәлгә ҡуйылғайны. Иң күп тауышты Ришат Сөләймәнов умартасылығынан алынған бал йыйҙы. Шулай итеп, иң тәмле бал да Ришат Сөләймәновтыҡы булып сыҡты!

Сараның йомғаҡлау өлөшөндә район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов еңеүсегә район хакимиәтенең Почет грамотаһын һәм бүләген тапшырҙы.

Наилә Имаева.


Иң тәмле бал кемдеке?
Иң тәмле бал кемдеке?
Читайте нас: