Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
13 Августа 2022, 05:45

Асҡындар - “Геройҙар уҙышы"нда!

Бөгөн "Патриот" паркында йәнә "Геройҙар уҙышы" ойошторолдо. Ҡыйыуҙар һәм етеҙҙәр уҙышында  Асҡын районы  муниципаль хеҙмәткәрҙәренән торған  команда ла ярыша. Райондаштарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!

Асҡындар  - “Геройҙар уҙышы"нда!Асҡындар  - “Геройҙар уҙышы"нда!
Асҡындар - “Геройҙар уҙышы"нда!

Был юлы ярышҡа Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре сыҡты.

Ҡаршылыҡ һыҙығына Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенән, БР Хөкүмәтенән, төрлө министрлыҡтарҙан һәм муниципалитеттарҙан бөтәһе 103 команда көс һынашырға сыҡты. Улар араһында Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов етәкселегендә муниципаль хеҙмәткәрҙәре - Анатолий Александрович Щербинин, Олеся Петровна Смирнова, Илдар Әфғәт улы Асҡаров, Илгиз Кәшиф улы Гәрәев, Алмаз Нияз улы Исхаҡов, Винера Хәмит ҡыҙы Фәтҡуллина ла бар. Райондаштарыбыҙға ҡаршылыҡтар һыҙатын еңеллек менән үтеп, лайыҡлы сығыш яһап, бай тәьҫораттар алып ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Ярышта ҡатнашыусы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре үҙ өлгөһө менән республика халҡына физик культура һәм спортты популярлаштырыуҙа ярҙам итәсәк, үҙҙәрен яҡшы физик әҙерлектә булыуҙарын күрһәтә.

Уҙыш Рәсәйҙә тиңе булмаған бик уникаль трассала үтә. Ҡатнашыусылар һыу ҡаршылыҡтары, юғары стеналар, ҡоймалар, ер аҫты тоннелдәре, канаттар, траншеялар, сәнскеле тимер сыбыҡтар аша үтә. Был ҡаршылыҡтар шул рәүешле һайланған: ярышта ҡатнашыусылар төрлө ҡаршылыҡлы "кәртә"ләр аша уҙғанда, уларҙың бөтә "тамырҙары" ла хәрәкәтсәнгә әүерелә.

Наилә Имаева.

 

 

 

Асҡындар  - “Геройҙар уҙышы"нда!
Асҡындар - “Геройҙар уҙышы"нда!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас