

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге һәм «Аҡбуҙат» журналы ойошторған «Боронғо дөйә» конкурсының еңеүселәрен кисә «Шүлгәнташ» музей комплексында бүләкләнеләр. Еңеү яулаусылар араһында райондашыбыҙ, “Мельница” Балалар ижады үҙәгенең “Тәбиғи оҫтахана” берекмәһендә шөғөлләнеүсе Камил Ибраһимов та бар. Һүрәт төшөрөргә яратҡан Камилды һәм уның педагогы Алһыу Тәберис ҡыҙы Ибраһимованы ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Был мәртәбәле конкурста Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм хатта сит илдән дә ҡатнашыусылар була. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең йәш райондашыбыҙ һынатмай һәм алдынғылыҡты бирмәй! «Боронғо кешеләрҙең мәмерйәләге һүрәттәре» темаһына бик оҫта итеп һүрәт төшөрөп ебәрә һәм еңеү яулай. Афарин, Камил!
Әйткәндәй, Камил быйыл 1-се класҡа уҡырға бара. Талантлы йәш рәссамға уҡыуында ла тик уңыштар теләйбеҙ!
Теманы дауам итеп...
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Аҡбуҙат» балалар журналы ойошторған «Боронғо дөйә» конкурсының әһәмиәтен Салауат Щербаков һыҙыҡ өҫтөнә алды:
— Ғаиләләребеҙҙә балалар менән аралашыу — олатай-өләсәйҙәрҙең, ата-әсәләрҙең иң күңелле мизгеле ул. Беҙ быны бала саҡтан хәтерләйбеҙ. Үҫеп еткәс, балаларҙың аҡыллы һәм изге күңелле кешеләр булыуын күрәбеҙ. Иң мөһиме — улар үҙҙәренең үткәндәрен һәр ваҡыт ҡәҙерләй. Конкурста ҡатнашҡан һәм ошо йолаларҙы дауам иткән балаларға ҙур рәхмәт. Улар, өлкәнәйгәс, ошо нигеҙҙәрҙе һаҡлап ҡалыр һәм уларҙы балаларына тапшырыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Беҙҙең ҙур илебеҙ халыҡтарының боронғо тарихы, уның мәҙәниәтен һеңдергән балалар аша тапшырыла. Әгәр балалар уны ҡабул итеп, артабан тапшырһа — тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәге бар. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Улар — беҙҙең өмөтөбөҙ. Бөгөн — балалар, ә иртәгә — халыҡ, — ти Салауат Александрович, «Боронғо дөйә» беренсе балалар һүрәттәре конкурсының жюри рәйесе.
Наилә Имаева.