Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
9 Август 2022, 07:07

Баллы шөғөлдән рухи кинәнес алып

Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Солтанбәк ауылында йәшәүсе Зилә һәм Ғәлинур Исламовтар атай-олатайҙар шөғөлөн үҙләштереп, ҡортсолар династияһын дауам итеп, умартасылыҡ серҙәрен балаларына ла өйрәтеп, гөрләтеп донъя көтә улар.

Баллы шөғөлдән рухи кинәнес алыпБаллы шөғөлдән рухи кинәнес алып
Баллы шөғөлдән рухи кинәнес алып

Зилә һәм Ғәлинур Исламовтарҙың ғаилә тарихы 1999 йылда башлана. Йәмле июнь айында йәштәр гөрләтеп туй яһап, барыһын да һоҡландырып йәшәп алып китә. Шыңҡып торған эре ҡарағайҙарҙан һалынған яңы ҙур йортта эске биҙәү эштәрен тамамлап, йәш ғаилә өй туйлай. Ғаилә башлығы Ғәлинур Мөхтәсәр улы тәүҙә урмансылыҡта, бөгөн иһә "Башнефть-Добыча" йәмғиәтендә оператор булып эшләй, Зилә Мәүлимйән ҡыҙы урындағы мәктәптә рус теленән балаларға белем бирә. Ғаилә тормошона йәм өҫтәп, бер-бер артлы ҡыҙҙары Динә, улдары Даян һәм Камил тыуа. Улар инде күптән үҫеп, ата-әсәһенең һәр эштә уң ҡулына әйләнгән. Динә Башҡорт дәүләт университетында белем ала, 3-сө курсты тамамлаған. Даян Нефтекама нефть колледжының 3-сө курсын тамамлап, әле практика үтә. Камил урындағы мәктәпең 8-се класына бара.


Тырыш ғаилә мал аҫрап, ҡош-ҡорт ҡарап, йәшелсә, еләк-емеш үҫтереп, ғаилә шөғөлөнә лә ваҡыт табып, етеш тормошта йәшәй.
Бөгөн Исламовтарҙың умарталары 50-нән артыҡ. Бал ҡортондай егәрле, эшһөйәр ғаиләне ауылда ғына түгел, тирә-яҡта ла беләләр.

Тулыраҡ итеп Йәнтөйәк гәзитенең 10 августа сығасаҡ 15-се һанында уҡый алаһығыҙ.

Авторы: Наилә ИМАЕВА.

Баллы шөғөлдән рухи кинәнес алып
Баллы шөғөлдән рухи кинәнес алып
Баллы шөғөлдән рухи кинәнес алып
Баллы шөғөлдән рухи кинәнес алып
Баллы шөғөлдән рухи кинәнес алып
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас