Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
30 Июль 2022, 06:00

Тырышҡан — моратына ирешкән

Оло Шаҙы ауылында күптәргә өлгө булырлыҡ, егәрле, уңған ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе — Алһыу һәм Марат Хатмуллиндар. Уларҙың үҙ эшен асыуына әллә ни күп ваҡыт та үтмәне әле. Шулай ҙа булдыҡлы ғаилә миҙгел буйына баҡса еләге һатып кәсеп итә, ҡыҙҙары Аделина ла ярҙамлаша. Был кәсеп уларҙың ғаилә эше, шуға күрә бер кем дә ҡул ҡаушарып ултырмай. Ҡыҙыу эш мәле булғанға күрә “Еләк империяһы” питомнигының хужалары менән бәйләнешкә сығып булманы, шулай ҙа ҡыҙҙары Аделина менән әңгәмәләшеү бәхете тейҙе.

Тырышҡан — моратына ирешкәнТырышҡан — моратына ирешкән
Тырышҡан — моратына ирешкән

— Аделина, баҡса еләген үҫтереп һатыу кемдең идеяһы булды? Ғөмүмән, эшегеҙҙе нисек башланығыҙ?
— Беҙ элек ҡурай еләген йыйып Өфө, Бөрө ҡалалары баҙарҙарында һатып, ярайһы ғына килем ала инек. Унан ғаиләбеҙ менән һөйләшеп-кәңәшләштек тә үҙебеҙ баҡса еләген үҫтереп ҡарарға булдыҡ. Әлбиттә, иң беренсе, икеләнеүҙәр булды. Был бит ҙур эш. Нескәлектәре күп кенә. Йәй нисек килерен, ҡыш нисек үтерен белмәйһең, фаразлап булмай. Ямғырлы, һыуыҡ йәйҙә уларҙың сереүе, сатлама һыуыҡтарҙа туңыуы мөмкин. Шулай итеп, Хоҙайға тапшырып, эшебеҙҙе башланыҡ. Идеяға килгәндә, беҙҙең олатай ер алып кәбеҫтә үҫтереп һатырға хыялланған. Был ерҙә элек кәбеҫтәлек булған. Беҙ уның башлаған эшен дауам иттек, тип әйтергә мөмкин, тик кәбеҫтә түгел, ә емеш-еләк ултырттыҡ.
— Баҡса еләгенән тыш тағы нимәләр үҫтерәһегеҙ?
— Эшебеҙҙе дүрт гектар ерҙә баҡса еләге менән башланыҡ, унан ҡурай еләге, ҡарағат ултырттыҡ. Әлеге ваҡытта еребеҙҙе 54 гектарға тиклем ҙурайттыҡ. Тағы ла алмағастар ултыртырға теләйбеҙ.
— Баҡса еләгенең ниндәй сорттарын үҫтерәһегеҙ?
— Иң беренсе “Фестивальная ромашка”, “Кимберли”, “Гранатовый Рубин” сорттарын үҫтерҙек. Унан татлыраҡ, һутлыраҡ, һыуыҡҡа сыҙамлыраҡ “Мармелада”, “Дели”, “Ароза”, “Априка” тигәндәрҙе алдыҡ. Һуңғы өс сортты Татарстан Республикаһының “Долина ягод” питомнигы менән берлектә Италиянан алдырҙыҡ. Тағы ла Италиянан бер миҙгелдә ике тапҡыр уңыш бирә торған “Сан Андреас”, “Вивара”, “Ания” сорттарын ҡайтарҙыҡ. Аллаға шөкөр, беҙҙең климатҡа был еләктәр тиҙ яраҡлашты.
— Эш башлауығыҙға нисә йыл?
— Беҙҙең был кәсеп менән ныҡлап шөғөлләнә башлауға дүрт йыл. Беренсе ваҡыттарҙа ауырыраҡ булды, әлбиттә. Сөнки кеше беҙҙе белмәй ине. Яҡын-тирәләге райондарға, ҡалаларға сығып үҙебеҙҙең продукцияны тәҡдим иттек. Аллаға шөкөр, хәҙер үҙебеҙҙең һатып алыусылар бар, үҙҙәре шылтыратып һорай. Әлеге ваҡытта Асҡын, Ҡариҙел, Борай, Мишкә райондары, Бөрө, Яңауыл ҡалалары баҙарҙарында беҙҙең продукцияны күрә алаһығыҙ.
— Шәхси эшҡыуар булараҡ һеҙ ауылдаштарығыҙға эш урындары булдырҙығыҙмы?
— Әлбиттә, тәү ҡарауға ябай ғына күренгән еләк үҫтереп-һатыу кәсебе, бер кешенең генә ҡулынан килә торған түгел. Башта бюджет ҙур булмағанға, үҙ көсөбөҙ менән генә тырыштыҡ, яраҡлашып киткәс, эш урындары биреү мөмкинселеге тыуҙы. Улар иртә яҙҙан ҡар ятҡансыға тиклем эшләй. Шулай уҡ аҡсалы булырға теләгән һәр кем, уҡыусылар, студенттар килә.

Ишектәр һәр ваҡыт асыҡ, килгән кешене кире бормайбыҙ.
— Дөйөм алғанда, бай уңыш алыу өсөн еләкте нисек ҡарарға кәрәк? Уларҙы үҫтереү серҙәре менән бүлешегеҙ әле.
— Баҡса еләге – үрсетеүгә еңел, ләкин мул уңыш алыу өсөн дөрөҫ тәрбиәләргә, иренмәҫкә кәрәк. Бигерәк тә сәскә атҡан сағында, мул итеп һыу һибеү талап ителә. Шуға күрә бай уңыш алам тиһәң, иртә таңдан ҡара төнгә тиклем эшләргә тура килә. Тупраҡты органик-минераль ашламалар менән туҡландырыу мөһим. Ерҙә дымлылыҡ тейешле кимәлдә булмаһа, еләктең тәме шунда уҡ юғала. Ғөмүмән, һис тә еңел эш түгел был. Әммә, тырышһаң, иренмәһәң, табышлы. Тағы ла кәсебең килем килтерһен тиһәң, көсөңдө генә түгел, аҡсаңды ла һалырға кәрәк. Мәҫәлән, быйыл өр-яңы һыу һибеү ҡоролмалары, ергә, еләк аҫтына йәйергә, пленка алдыҡ.
— Афарин, башлаған эшегеҙ үҫһен, киңәйһен, уңыштар һеҙгә, Аделина! Алдағы көндәрҙә ҡурай еләге, ҡарағат, алма һәм башҡа еләк-емештәрҙе лә һатыуға сығарыуығыҙҙы көтәбеҙ.


Лилиә Хәсәнова.
Мишкә районы.

Тырышҡан — моратына ирешкән
Тырышҡан — моратына ирешкән
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас