

12 июлдә үҙ эшен башлаған “Сарс” лагерында көн дә төрлө мауыҡтырғыс саралар, файҙалы һәм фәһемле осрашыуҙар уҙа. Мәҫәлән, бөгөн Асҡындан “Ғаилә” хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре килеп, матур йолаға әйләнгән ғаилә ялын ойошторҙо. Белгестәр балалар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күңелле уйындар ойошторҙо. Шулай уҡ ғаилә ҡиммәттәре, ғаилә бюджеты тураһында һөйләнеләр, балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Наилә Имаева.
#Семейныйклуб
#Северныймцсемья
#минтрудрб
#центрысемьярб
#СлужбаСемьиМЦСемья
#СлужбаСемьивАскинскомрайоне