Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
29 Июль 2022, 10:25

“Быйылғы йәйемә бигерәк тә рәхмәтлемен!”

Ҡашҡа ауылында йәшәүсе Эльза Әфтәхова  күңелле итеп ял итергә лә, төрлө ерҙәргә сәйәхәткә барырға ла, урман-ҡырҙарҙан еләк-емеш, бәшмәк, шифалы үләндәр йыйырға ла өлгөрә. 

“Быйылғы  йәйемә  бигерәк тә рәхмәтлемен!”“Быйылғы  йәйемә  бигерәк тә рәхмәтлемен!”
“Быйылғы йәйемә бигерәк тә рәхмәтлемен!”

 

Йәй – ял итеү генә түгел, аҡса эшләү миҙгеле лә. Күптәр был ҡыҙыу осорҙа тәбиғәт биргән байлыҡтарҙы ҡулланып килем ала. Шундай уңған, йүнселдәрҙең береһе – Ҡашҡа ауылында йәшәүсе Эльза Юныс ҡыҙы Әфтәхова. “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләүсе Эльза Юныс ҡыҙы отпуск көндәрен файҙалы ла, күңелле лә  итеп уҙғара.

- Быйылғы йәйемә бигерәк тә рәхмәтлемен. Күңелле итеп ял итергә лә, төрлө ерҙәргә сәйәхәткә барырға ла, урман-ҡырҙарҙан еләк-емеш, бәшмәк, шифалы үләндәр йыйырға, миндек бәйләргә лә өлгөрҙөм. Ҡыҙҙарым Эльвина, Ралина, Алһыу менән   күп итеп ҡайын еләге, ер еләге йыйҙыҡ.  Үҙебеҙҙән   артҡанын һаттыҡ. Һеҙ йыйған еләк эре, таҙа тип,  заказ биреүселәр күп  булды. Көнөнә дүртәр биҙрә ҡайын еләге йыйып һаттыҡ, шулай 40 мең аҡса   эшләнек. Әле баҡсабыҙҙа ҡарағат, ҡурай еләге өлгөрҙө. Уларҙың да артҡанын һатабыҙ.

Соль-Илецкиға  тоҙло күлгә  барып ҡайттым, туғандар менән Муллаҡайға өс йылға ҡушылған бик матур  урында ла ял иттек. Бына әле Силәбе өлкәһенә Турғаяҡ  күленә ял итергә юлланырға торам. Бына шулай йәйге ялым файҙалы ла, күңелле лә уҙып бара. 2 августа эшкә сығырға ваҡыт етте, - тип  һөйләне ҙур ҡәнәғәтлек менән Эльза  Юныс ҡыҙы.

Эльза Әфтәхова һымаҡ эшкә уңған,  өлгөр гүзәл заттар районыбыҙҙа бик күп. Тимәк, йүнен күрәйем, етеш тормошта йәшәйем, аҡса эшләйем тигәндәр яйын таба. Иң мөһиме, теләгең, дәрт-дарманың һәм тырышлығың ғына булһын.

Наилә Имаева.

“Быйылғы  йәйемә  бигерәк тә рәхмәтлемен!”
“Быйылғы  йәйемә  бигерәк тә рәхмәтлемен!”
“Быйылғы  йәйемә  бигерәк тә рәхмәтлемен!”
“Быйылғы  йәйемә  бигерәк тә рәхмәтлемен!”
“Быйылғы  йәйемә  бигерәк тә рәхмәтлемен!”
“Быйылғы  йәйемә  бигерәк тә рәхмәтлемен!”
“Быйылғы йәйемә бигерәк тә рәхмәтлемен!”
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас