

Был комплекс 9 комфортлы йорттан тора. Уларҙың икеһендә - 4, дүртеһе - 6-8 кеше, өсәүһе – 10 кеше йәшәргә тәғәйенләнгән. База биләмәһендә кафе, мунса, административ бина төҙөлгән. Яр буйы төҙөкләндерелгән, ҡыҙыныу ятаҡтары, душ кабиналары менән тулыландырылған. Кәмәләр өсөн ике причал булдырылған.
- Бында йыл әйләнәһенә ял итеп булып була, - ти проект инициаторы Эльвина Рожина. – Беҙҙең отель ғаиләлеләргә бик ҡулай, ата-әсәгләр ҙә, балалар ҙа үҙ шөғөлдәрен табасаҡ. Бергәләп ял итеп, үҙҙәренең ғаилә тарихында яңы биттәр яҙырҙар, - тип билдәләне ул.
Киләсәктә бында тағы 7 йорт төҙөү һәм кәрәкле ҡормалдар алып зоопарк асыу күҙ уңында тотола.
Оҙайлы самоизоляциянан һуң күптәр тәбиғәткә – ер, һыу, ҡояшҡа ынтылды. Һәр кем кеҫәһенә ҡарап, ялын файҙалы, шифалы үткәрергә тырыша. Яңы ял итеү урыны ла тап шулай булмаҡсы. Рөстәм Әхмәткәрим улы хужаларға эштәренең көйлөлөгөн теләне.
Әйткәндәй, Уразбахты ауылы Ҡариҙел ауыл биләмәһенә ҡарай. Ҡасандыр кирбес һуғыу мейестәре, теҙелеп киткән умарталары менән дан алған был ауыл һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Урыны тәбиғәт ҡосағында – йәнәшәлә Ҡариҙел йылғаһы, таулы урмандар. Еләкле, бәшмәкле, баллы, балыҡлы яҡ ул Уразбахты. Рәхәтләнеп ял итергә була. Ҡышҡыһын да бында балыҡ тотоуға әүәҫтәр йыш йыйыла, сит өлкәләрҙән дә киләләр.
Гөлнара Солтанова.