Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
30 Июнь 2022, 11:25

Бай мәғлүмәт һәм тәьҫораттар алалар

Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 1-се  курс студенттары фольклор практикаһы сиктәрендә  Солтанбәк ауылында булды.  

Бай мәғлүмәт һәм тәьҫораттар алаларБай мәғлүмәт һәм тәьҫораттар алалар
Бай мәғлүмәт һәм тәьҫораттар алалар

 

Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 1-се  курс студенттары Асҡын районында  фольклор практикаһын уҙа. Улар үҙҙәренең ғилми етәкселәре — БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты  Зәкиә Мырҙағолова һәм   ассистент  Ислам Байғужин етәкселегендә районыбыҙ ауылдары буйлап йөрөй.

Кисә студенттар   ер-һыу атамаларын, халыҡ йолаларын, фольклорын, ауыл тарихын өйрәнеү һәм уның менән яҡындан танышыу маҡсаты менән Солтанбәк ауылына килде.

Студенттарҙы "Атайҙар мәктәбе" етәксеһе Данис Вәлинур улы оҙата йөрөнө. Улар беҙҙең өсөн изге булған Яу зыяраты, Сарай бабай ҡәбере, Һөйәнтүз фажиғәһе ҡорбандарына ҡуйылған стелала янында булды, риүәйәттәр һәм тарихи яҙмалар менән танышты. Артабан улар үҙенең шифалы һыуы менән дан тотҡан көкөртлө водород сығанағы "Еҫле шишмә"гә юл тотто. Ентекләп уның файҙаһы, ниндәй сирҙәрҙән ярҙам итеүе тураһында белеште, уның атамаһы ҡайҙан килеп сығыуы ла уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Кәртип буй, Мәликә таш, Туғанай, Айһылыу һәм башҡа ер-һыу атамаларының килеп сығышы тураһында ла бай  мәғлүмәт тупланы. Ауылдың аҡһаҡалы Вәлинур ағай Суфиянов та  мәғлүмәттәре менән бүлеште. Күп бала тәрбиәләүсе  Фәнзиә һәм Раушан Суфияновтар  бай табын әҙерләп, студенттарҙы ҡунаҡ итеп ҡайтарҙы.

Бай мәғлүмәт һәм тәьҫораттар алып ҡайталар студенттар Солтанбәктән.

 

Наилә Имаева.

Бай мәғлүмәт һәм тәьҫораттар алалар
Бай мәғлүмәт һәм тәьҫораттар алалар
Бай мәғлүмәт һәм тәьҫораттар алалар
Бай мәғлүмәт һәм тәьҫораттар алалар
Бай мәғлүмәт һәм тәьҫораттар алалар
Бай мәғлүмәт һәм тәьҫораттар алалар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас