

Владимир Ришадович мөмкин тиклем яҡташтарына ярҙам итергә тырышып тора, мәҫәлән, ҡаһарманыбыҙ исемендәге премия иң тырыш мәктәп уҡыусыларына тапшырыла. Шулай уҡ “Йыл уҡытыусыһы” һәм “Йыл педагогы” һөнәри конкурстарҙың да абсолют еңеүселәре Владимир Ришадович Алимов исемендәге премияға лайыҡ була.
Геройыбыҙ спортсыларыбыҙ тормошо менән дә ҡыҙыҡһына. Шуға ла бер нисә йыл инде уның исмендәге волейбол турниры үткәрелеп килә. Һабантуй байрамында райондаштарын ихлас тәбрикләне һәм әле илебеҙҙә барған ваҡиғаларҙы иҫәпкә алып, Тыуған илде һөйөргә, яратырға, һаҡларға кәрәклегенә ишара яһаны. Владимр Ришадович һәр ерҙә үҙҙәрен өлгөлө итеп танытҡан “йәш армиясы”лар Дмитрий Казаков һәм Байрас Нәсәбетдиновҡа “Йәш армиясы” ҡаһарманлығы” миҙалын тапшырҙы.
Гөлнара Солтанова.