Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
21 Июнь 2022, 04:50

Марсель Сәлимов ҡунаҡҡа килде

Китапханасылар райондың 90 йыллығына һәм Марсель Сәлимов ижадын сағылдырған бай күргәҙмә әҙерләгәйне.

Марсель Сәлимов ҡунаҡҡа килдеМарсель Сәлимов ҡунаҡҡа килде
Марсель Сәлимов ҡунаҡҡа килде

 

Һабантуй байрамына билдәле юморист-сатирик, “Һәнәк” журналының элекке мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов килде. 

Китапханасыларыбыҙ райондың 90 йыллығына һәм Марсель Сәлимов ижадын сағылдырған бай күргәҙмә әҙерләгәйне. Ҡунағыбыҙ күргәҙмә менән танышҡандан һуң, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Руслан Рөстәм улы Булатов, район Мәҙәниәт һарайы директоры Мирза Тәфкил улы Хөсәйенов, Үҙәк моделле китапхана директоры Светлана Алексеевна Сафарова һәм башҡа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән ҡыҙыҡлы әңгәмә ойоштороп алды. Райондың китапханалар селтәренә яңы китаптарын бүләк итте. “Көлә, көлә “Һәнәк” килә!”, тигән яратҡан һүҙҙәре бар Марсель Шәйнур улының. Уның һәр ваҡыт йылмайып торған йөҙө, ҡыҙыҡлы бай телмәре, йор һүҙҙәре, ысынлап та, китапханасыларыбыҙҙы көлөргә, йылмайырға мәжбүр итте.

Байрамдың тантаналы өлөшөндә Марсель Сәлимов районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, яҙыусы-фронтовик Ғаян Лоғоман улы Лоҡманов исемендәге премияны ижади, талантлы ханым, матур йырҙар һәм шиғырҙар авторы Гөлсөм Ҡәүи ҡыҙы Нәбиуллинаға тапшырҙы. Премияны яҙыусының улы Мансур Ғаян улы Лоҡманов булдырҙы, һәм ул йыл һайын әҙәбиәт киңлегендә бай ижады менән үҙҙәрен танытҡан шәхестәргә тапшырыла килә.

Гөлнара Солтанова.

Марсель Сәлимов ҡунаҡҡа килде
Марсель Сәлимов ҡунаҡҡа килде
Марсель Сәлимов ҡунаҡҡа килде
Марсель Сәлимов ҡунаҡҡа килде
Марсель Сәлимов ҡунаҡҡа килде
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас