+30 °С
Болотло


Лагерь начальнигы Булычева Елена Петровна белдереүенсә, бында 70 –тән артыҡ бала йөрөй. Көн һайын тәрбиәселәр төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар, сәйәхәттәр, спорт ярыштарын һәм башҡа ял сараларын ойоштора. Район үҙәгенең мәҙәни усаҡтарына походҡа барҙылар. Балалар иртәнге һәм төшкө аш менән туҡлана. Улар ашнаҡсылар Анастасия Могильникова һәм Флүзә Мостафина эшенән бик ҡәнәғәт, тәмле бешерәләр, шатланалар. Ғөмүмән, рәхәтләнеп ял итәләр.
Гөлнара Солтанова.