Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
15 Июнь 2022, 09:30

Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында тармаҡта оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте.

Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!

 

Ведомство етәксеһе Максим Ульчев журналист һөнәренең бөгөнгө көндәге ролен, журналист һүҙенең баһаһын айырып билдәләне. “Республиканың киң мәғлүмәт сараларында фиҙакәр хеҙмәт иткән өс меңгә яҡын журналист халыҡ менән власть араһындағы бәйләнеште тәьмин итә. Тап улар тарафынан тәьмин ителгән сифатлы, хаҡ мәғлүмәт майҙаны дөрөҫ йүнәлешле дәүләт сәйәсәте алып барыуға ла булышлыҡ итә. Һөнәрегеҙҙе яратып башҡарыуығыҙ, һәр ваҡыт алғы сафта булыуығыҙ өсөн рәхмәт!” – тине Максим Ульчев сығышында.

Бүләкләнеүселәр араһында хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ, “Йәнтөйәк “ район-ара гәзитенең Балтас районындағы хәбәрсеһе Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы Шәймөхәмәтова ла бар ине. Ул  матбуғат өлкәһендә намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт  саралары агентлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.  Талантлы журналист,  бер нисә китап авторы булған Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙын лайыҡлы награда алыуы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас