

Социаль селтәрҙәрҙә барған был конкурсты “Электрогазета” хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә ойошторҙо. Был мәртәбәле бәйгелә республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан барлығы 200 педагог һынау тотто. Муниципаль этапта иң күп тауыш йыйған 47 уҡытыусы асыҡланды. Улар араһында Ҡариҙел районының Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Вәғизова Гөлсинә Мәхсүт ҡыҙы ла бар ине. “Башинформ ” агентлығында еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы үтте. 30 йылдан ашыу үҙен балаларға белем биреүгә арнаған Гөлсинә Мәхсүт ҡыҙына Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Мәүлетбирҙин Илдар Марат улы диплом тапшырҙы. Конкурсты ойоштороусыларҙың береһе БСТ каналының "Честно говоря" тапшырыуының алып барыусыһы Руслан Шәрәфетдинов та педагогтарҙы ихлас тәбрикләне.Педагогыбыҙҙы сираттағы ҡаҙанышы менән ҡотлайбыҙ һәм алдағы хеҙмәт юлында тик уңыштар теләйбеҙ! Әйткәндәй, Гөлсинә Мәхсүт ҡыҙының уҡыусыһы быйыл дәүләт имтиханын инглиз теленән һайланы һәм уны “5”кә бирҙе.
Гөлнара Солтанова.