

Сибай. Инвестһабантуй. “Йәшлек”. “Байыҡ”. “Ҡарабай”.
Район Мәҙәниәт һарайының “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Байыҡ-2022” балалар телевизион конкурсының лауреаты булды.
Кисәнән бирле Ҡариҙелдә һәр кемдең теленән Сибай. Инвестһабантуй. “Йәшлек”. “Байыҡ”. “Ҡарабай” һүҙҙәре төшмәй. Йөҙәр саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Урал аръяғының баш ҡалаһы Сибайҙа традицион Инвестһабантуй уҙҙы. Уның сиктәрендә дәрт, дарман, рух менән һуғарылған балалар араһында «Байыҡ-2022» конкурсы уҙҙы. Тап ошо мәртәбәле сарала “Байыҡ” конкурсы проекттарында инде бер нисә тапҡыр Ҡариҙелде танытҡан “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнашты. Уның художество етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы Мөнирова белдереүенсә, ҡариҙелдәр Сибайҙың үҙәк майҙанында “Ҡарабай” башҡорт халыҡ бейеүен бейегән. “Йәшлек”тәрҙең бейеүен жюри ағзалары ыңғай баһаланы, һәм бейеүселәребеҙ үҙ номинацияларында Лауреат дипломына лайыҡ булды. Рәфилә Мөғәллим ҡыҙына Рәхмәт хаты тапшырылды. Бейеү байрамы «йәшлек»тәргә бик оҡшаны, үҙҙәренең сығыш яһаған урындары географияһы киңәйеүенә шатланып бөтә алмайҙар. Шуға ла улар ошо күңелле сәйәхәт ҡылырға ярҙам иткәне өсөн район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллинға, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Руслан Рөстәм улы Булатовҡа, район Мәҙәниәт һарайы директоры Мирза Тәфкил улы Хөсәйеновҡа оло рәхмәттәрен еткерә.
Гөлнара Солтанова.