

Йыл һайын, уҡыу йылы тамамланыр алдынан, район Мәҙәниәт һарайында төрлө мәктәптәрҙән иң һәләтле балалар слетҡа йыйыла. Быйыл да был матур сара юғары ойошҡанлыҡ менән үтте.
Район хакимиәте башлығы стипендияһына уҡыуҙа, мәктәптең, райондың йәмәғәт һәм мәҙәниәт, спорт эштәрендә ҡайнаған дәғүәселәр күп булды. Улар араһынан Байҡы, Байҡыбаш, Ҡариҙел ауылының 1-се һәм 2-се урта мәктәптәренән 10 уҡыусы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин ҡулынан диплом алып, йыл буйына билдәле бер күләмдә стипендия аласаҡтарын белеп, ҡыуанышты. Шулай уҡ беҙҙең яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Әлимов Владимир Ришад улының премияһы ла иң-иңдәргә тәтене. Быйыл был мәртәбәле премияға Ҡараяр, Муллаҡай, Ҡортлокүл, Байҡы, Хәлил, Магинск, Ҡариҙел ауылының 1-се һәм 2-се урта мәктәптәренән 8 уҡыусы лайыҡ булды.
Йыл әйләнәһенә уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы һәм Юрий Гагарин исемендәге кубокка уҡыусылар олимпиадаһы барҙы. Районыбыҙҙың исемен республика кимәлендә уңышлы яҡлаған призерҙарыбыҙҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Карам улы Вәлинуров ҡотланы. Шулай уҡ ул республикабыҙҙа үткән төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, иншалар, художестволы уҡыуҙар бәйгеһендә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән һәләтле уҡыусыларыбыҙҙы ла ихлас бүләкләне.
Районыбыҙҙа өҫтәмә белем биреү өлкәһендә лә йылдан-йыл ыңғай һөҙөмтәләр күҙәтелә. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнеп килгән йәш спортсыларыбыҙ үҙҙәренең емешле ҡаҙаныштары менән әленән-әле ҡыуандырып тора. Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәгендә лә талантлылар һәм һәләтлеләр төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеп, байтаҡ һөҙөмтәләргә ирешкән. Бына шундай 30-ға яҡын иң-иңдәр ҙә бөгөн ғорурлыҡ менән пьедестал үрендә булды. Уларҙың барыһына ла мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Камил ҡыҙы Нәжметдинова Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
Әйтергә кәрәк, слетта уҡыусылар район етәкселегенә, мәғариф начальнигына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар яуҙырҙы һәм уларға төплө яуаптар алды. Шулай уҡ тиҫтерҙәренең музыкаль күстәнәстәре лә һәр кемгә хуш килде. Артабан һәләтлеләр иҫтәлеккә фотоға төшөп, уларға тип әҙерләнгән тәмле төшкө аш ашаны. Был изге йолаға әүерелгән матур сара бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Слетҡа йыйылған 70-кә яҡын тырыш, аҡыллы, ижади, спортсы, талантлы, зирәк уҡыусыларыбыҙҙы район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин “беҙҙең өмөтлө киләсәгебеҙ” тип атаны.
Гөлнара Солтанова.