

Асҡын 2-се урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Алмаз Ғәләүетдинов Яр Саллы ҡалаһында уҙған “Моңло донъя” халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау буйынса I Халыҡ-ара фольклор фестиваль-конкурсында 3-сө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
“Бәйге положениеһына ярашлы, баянда көй уйнап, видеоға төшөрөп ебәрергә кәрәк ине. Мин конкурсҡа “Етегән шишмә”не уйнаным. Сығышымды Айрат ағай Усманов видеоға яҙҙырҙы. Ул саҡтағы уҡытыусым Эльмир Мансур улы менән ошо яҙманы жюри ҡарамағына ебәрҙек. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне, мин Гала -концертҡа уҙҙым һәм 3-сө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булдым”, - тип конурс тураһында һөйләне Алмаз.
Уҡыуҙа ла яҡшы өлгәшкән, мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнашып, ҙур уңыштарға ирешкән егеткә барлыҡ уй-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Наилә Имаева.