Район Мәҙәниәт һарайында гүзәл заттар өсөн киң саралар йәйелдерелде. Бында төрлө тематик күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре эшләй. Матур, заманса итеп кейенгең киләме? Сәсеңде нисек һәр ваҡыт килешле генә йөрөтөргә? Биҙәнергә, үҙеңде ыҫпай ғына итеп тәрбиәләргә теләйһеңме? Сараға саҡырылған эксперттар ҡатын-ҡыҙ матурлығы серҙәре менән уртаҡлашырға әҙер.
Ҡул эштәре, аш-һыу буйынса ла күркәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. Ысынлап та, өҫтәл сервировкалау үҙенсәлектәрен барыбыҙ ҙа бик белеп бөтөрмәйбеҙ. Йыш ҡына өҫтәлдәрҙә банка-банка ҡаймаҡ, ҡайнатмалар, соустар, майонездар теҙелә. Ошо хаҡта ябай ғына кәңәштәр бирелде.
Өфөнән килгән Алһыу Үтәгәнова һомғоллоҡҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә килтереүсе зумба фитнес бейеүен өйрәтергә бейеү майҙансығында күңелле латин-америка көйҙәрен ҡабыҙған. Ғөмүмән, мәҙәниәт һарайын дуҫтарса мөнәсәбәт һәм һөйөү тойғоһо биләне, матурлыҡ, нәзәкәтлек һәр урынды солғап алды.
Бәлки, баланы ҡалдырырға урын юҡ, тип уйлайһығыҙҙыр? Был мәсьәлә лә күптән хәл ителгән. Яҡындағы Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәгендә кескәйҙәр өсөн дә күп һанлы ял итеү саралары уҙа.
Гөлнара Солтанова.