

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған саралар оло Ватаныбыҙҙың бар төбәктәрендә лә юғары кимәлдә үтте. Чита ҡалаһында ла хәрби техника парады ойошторолдо. Беҙҙең Илназ һалдатыбыҙ ҙа парадта артиллерия батареяһы водителе булараҡ ҡатнашты. Бәләкәйҙән һәр эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған Әртәкүл егете юғары хәрби һәм һөнәри әҙерлек күрһәтте. Илназдың парадтағы хеҙмәте Забайкалье крайы губернаторының Рәхмәт хаты менән билдәләнде. Яҡташыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ, ата-әсәһенә шундай намыҫлы һәм илһөйәр ул тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн рәхмәт әйтәбеҙ, Илназдың имен-һау әрмеләрҙән йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Гөлнара Солтанова.