Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
6 Май 2022, 16:00

Айыҡ ауыл – тәртипле, иманлы ауыл

«Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылында профилактик саралар дауам итә.

Айыҡ ауыл – тәртипле, иманлы ауылАйыҡ ауыл – тәртипле, иманлы ауыл
Айыҡ ауыл – тәртипле, иманлы ауыл

«Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылында эскелеккә ҡаршы төрлө профилактик саралар даими үткәрелеп тора. Сираттағы шундай сараға Рәсәй Эске эштәр министрлығының Асҡын районы буйынса полиция участка уполномоченныйы, полицияның өлкән лейтенанты Радик Ғилуанов менән бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторы Әлфиә Низаева килде. Улар хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, алкоголде, ағыулы, наркотик һәм психотроп матдәләрҙе ҡулланыуҙы иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында профилактик рейд үткәрҙе, уның барышында эскелектең зыяны хаҡында ла һөйләне, айырым кешеләр менән әңгәмә үткәрҙе.

Бынан бер нисә көн алда Солтанбәк мәктәбе ирекмәндәре лә сәләмәт, айыҡ тормошто пропагандалау маҡсатында халыҡ араһында эскелектең зыяны тураһында буклеттар, листовкалар таратты.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, солтанбәктәр айыҡ, сәләмәт, иманлы, тәртипле тормошҡа ынтылып, ҡуйған маҡсаттарына ирешеү өсөн ныҡышмалы, эҙмә-эҙлекле, берҙәм эш алып бара.

Наилә Имаева.

Айыҡ ауыл – тәртипле, иманлы ауыл
Айыҡ ауыл – тәртипле, иманлы ауыл
Айыҡ ауыл – тәртипле, иманлы ауыл
Айыҡ ауыл – тәртипле, иманлы ауыл
Айыҡ ауыл – тәртипле, иманлы ауыл
Айыҡ ауыл – тәртипле, иманлы ауыл
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас