Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
30 Апрель 2022, 04:05

Бәләкәстәр - уңғандар

Ҡариҙел районының Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары өмәгә сыҡты.  

Бәләкәстәр - уңғандарБәләкәстәр - уңғандар
Бәләкәстәр - уңғандар

 

Уларға мәктәп яны биләмәһен сүп-сарҙан таҙартыу бурысы ҡуйылғайны. Бәләкәстәр был сараға дәррәү ҡушылды. Уҡытыусылары Фәйезова Илмира Туҡтамыш ҡыҙы, Гөбәева Гөлнара Борис ҡыҙы, Булычева Елена Петровна, Лепихина Елизавета Сергеевна уларға республика буйлап уҙған "Йәшел Башҡортостан" акцияһы тураһында һөйләне. Тирә-яҡ мөхитте сүп-сарҙан таҙартҡандан һуң ағастар ултырытыу кәрәкләген дә аңлатты. Белем усағына илткән юл буйын улар һә тигәнсе кем уҙарҙан ҡапсыҡтарын тотоп уҙҙыл, сүп йыйҙы. Уңғандарҙың был изге эшенән һуң мәктәп яны күркәмләнеп китте.

Гөлнара Солтанова.

Бәләкәстәр - уңғандар
Бәләкәстәр - уңғандар
Бәләкәстәр - уңғандар
Бәләкәстәр - уңғандар
Бәләкәстәр - уңғандар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас