Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
12 Апрель 2022, 14:15

Китапхананан – космосҡа!

Бөгөн, Космонавтика көнөндә, үҙәк моделле китапханаһында бик шәп сәйәхәт ойошторолдо.

Китапхананан – космосҡа!Китапхананан – космосҡа!
Китапхананан – космосҡа!

 Китапхананың “Экспериментариум” интерактив музейы тотош йыһан киңлегенә әйләнде. “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса алынған планетарий аша планеталар, йондоҙҙар, йондоҙлоҡтар ҡарарға мөмкинселек тыуҙы. Сәйәхәт ҡылыусы төрлө йәштәге балалар оло ҡыҙыҡһыныу менән ошо планетарий ярҙамында йыһан киңлеге буйлап гиҙҙе, Галактикалағы барлыҡ күк есемдәре менән танышып сыҡты, төрлө мауыҡтырғыс мәғлүмәт алды. Тәүге осоусы-космонавт Ю.А.Гагариндың беренсе ҡабат йыһанға осоуын балалар белә ине, ә ошо сәйәхәттән һуң Юрий Алекссевичтың ниндәй кимәлдә осош яһағанын нығыраҡ төшөндөләр.
Иҫ киткес сәйәхәттән һуң балалар ял зонаһында космонавтика менән бәйле “Гравитация” фантастик фильмын ҡараны.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

 

Китапханан – космосҡа!
Китапханан – космосҡа!
Китапханан – космосҡа!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас