Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
9 Апрель 2022, 04:10

Илһөйәрлек шулай тәрбиәләнә!

«Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсы сиктәрендә Солтанбәктә уҙған байрамда һәр сығыш, һәр һүҙ илһөйәрлек, берҙәмлек менән һуғарылғайны.  

Илһөйәрлек  шулай тәрбиәләнә!Илһөйәрлек  шулай тәрбиәләнә!
Илһөйәрлек шулай тәрбиәләнә!

 

Солтанбәктә элек-электән Ватанға хеҙмәт итеү ир-егеттәр өсөн изге ғәмәл булды. Бөйөк Ватан һуғышына Солтанбәк ауылынан 127 ир-егет китә, шуларҙың 86-һы яу яландарында ятып ҡала, тик 41-е генә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың береһе лә беҙҙең арала юҡ. Афған һуғышы ветерандары Рәзиф Садыҡов, Илһам Суфиянов, Ғаяз Имамов һәм Чечня ерендә хәрби бурыстарын үтәүсе ир-егеттәр йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҡатнаша. Бөгөнгө көндә дүрт егет хәрби хеҙмәтте намыҫлы үтәй.
Солтанбәк мәктәбе уҡыусылары беренселәрҙән булып районыбыҙҙа Рөстәм Тимерғәли улы Әбдрәхимов етәкселегендә уңышлы эшләп килгән “Йәш армиясы”лар хәрәкәтенә ҡушылды. Ошо сарала ла “Йәш армиясы”лар сығышы байрамға мәртәбә өҫтәне, күңелдәребеҙҙе илһөйәрлек нурҙары менән сорнаны.

Рөстәм Тимерғәли улы етәкселегендә уҡыусылар “Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” Бөтә Рәсәй илһөйәрлек акцияһына ҡушылды. Улар берҙәмлеген, ойошҡанлығын күрһәтеү өсөн ҡулдарына Рәсәй флагын тотоп, “Z” хәрефе төҙөп теҙелеп баҫты...Солтанбәктәр шулай итеп теләктәшлек белдерҙе.

Артабан ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға һәм күренекле ауылдашыбыҙ, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе, шәжәрәләр төҙөүгә нигеҙ һалыусы Шаһийән Миңлеғәлиев иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һалды.

Бына шулай итеп, айыҡ тормош алып барыусы Солтанбәк ауылында һәр сара йәш быуында илһөйәрлек, берҙәмлек тәрбиәләүгә бағышлана.

Наилә Имаева.

 

Илһөйәрлек  шулай тәрбиәләнә!
Илһөйәрлек  шулай тәрбиәләнә!
Илһөйәрлек  шулай тәрбиәләнә!
Илһөйәрлек  шулай тәрбиәләнә!
Илһөйәрлек  шулай тәрбиәләнә!
Илһөйәрлек  шулай тәрбиәләнә!
Илһөйәрлек  шулай тәрбиәләнә!
Илһөйәрлек  шулай тәрбиәләнә!
Илһөйәрлек шулай тәрбиәләнә!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас