

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үткән “Сәскә ат, Ҡараярым!” фольклор фестивалендә мәктәп уҡыусылары менән “Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәрҙәре педагогик-психологик хеҙмәт белгестәре менән берлектә “Бала саҡ биләмәһе” проектын тормошҡа ашырҙы. Проект ижади һәләттәрҙе үҫтереүсе төрлө оҫталыҡ дәрестәрен, һүрәт төшөрөү буйынса һәм ҡомло терапияны, “Йыл миҙгелдәре” ағасын, тактикль һуҡмаҡ, шариктар тултырылған ҡоро бассейндарҙы берләштергән тактиль зоналарҙы үҙ эсенә алғайны. Фестивалдең хөрмәтле ҡунаҡтары балаларҙың эшмәкәрлеген кинәнеп күҙәтте. Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Рәмиль Карам улы Вәлинуров та тиҙ арала тоҙло ҡамырҙан роза сәскәһен әүәләп өлгөрҙө. Бындай терапиялар балаларҙың психологик торошона ыңғай йоғонто яһай, ижади һәләттәрен үҫтерә.
Гөлнара Солтанова.