Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
9 Апрель 2022, 06:05

Ҡараярҙа фольклор байрамы гөрләне

Сәләмәт тормош рәүеше генә юғарыға әйҙәй. Афарин, ҡараярҙар!

Ҡараярҙа фольклор байрамы гөрләнеҠараярҙа фольклор байрамы гөрләне
Ҡараярҙа фольклор байрамы гөрләне

 

Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылында “Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсы сиктәрендә “Сәскә ат, Ҡараярым” исемле фольклор байрамыүтте. Районыбыҙҙың 90 йыллыҡ дәүерендә был ауылдың 70 йыллыҡ тарихы бар. Шуға ла байрамды ҡараярҙар ауылдарының күркәм юбилейына бағышланы. Уларҙың шатлығы менән уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин етәкселегендә хөрмәтле ҡунаҡтар килде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы Зәйнетдинов һәм урындағы рәсми делегацияны ҡараярҙар икмәк-тоҙ, маяш, ҡымыҙ менән, ә күп тармаҡлы ауыл клубының “Умырзая” вокаль ансамбле матур йыр менән ҡаршы алды.
Ҡараяр ауылы халҡын башта район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин сәләмләне. Ул һуңғы бер-нисә йыл эсендә ауылдың күҙгә күренеп үҫеүен, халыҡтың сәләмәт тормош алып барыуын, хеҙмәт һөйөүен билдәләне. Өр-яңы клуб бинаһы ҡалҡып сығыуҙа ла ҡараярҙарҙың өлөшө сикһеҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов Ҡараяр ауылының тормошо менән янып йәшәгән активистарға Маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Регина Нәғим ҡыҙы Хәйҙәршина ла яҡташтарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Уйын-көлкө, милли моңдар аҫтында рәсми делегация башта урамда ойошторолған ауыл һөнәрмәндәренең ҡул эштәренән торған йәрминкәне байҡап сыҡты. Шунда уҡ уларҙы әкиәт геройҙары төрлө конкурстар үткәреп торған балалар төркөмө ҡаршы алды. Шат ҡыҙҙар һәм малайҙар район башлығын һәм килгән ҡунаҡтарҙы фото төшөр өсөн ҡамалап та алды. Икенсе урамда төрлө спорт ярыштары сәмле бара ине. Килгән ҡунаҡтар сәләмәт тормош алып барған ҡараярҙарҙың ҡышҡы уйындарын кинәнеп ҡараны.
Ҡараяр – урмансылар төбәге тигән дан алған. Бында һәр ғаилә тиерлек яҙмышын “йәшел алтын” менән бәйләгән. Ауылда Шәмсетдинов Фәрҙәт Мәүләүи улы етәкләгән “Йүрүҙәнурман” йәмғиәте уңышлы эшләй. Уның эшселәре – тәжрибәле урмансылары – үҙҙәренең оҫталығын тағы бер ҡабат иҫбатланы: бер-нисә минут эсендә утын бысҡыһын һүтеп-йыйҙылар, КамАЗ-манипулятор машинаһы менән бүрәнәләрҙе эләктереп-йыйҙылар.
Артабан рәсми делегация ауыл башлығы рәйесе Рәйсә Солтанова оҙатыуында Ҡараяр урта мәктәбенә барҙы. Мәктәптә тәжрибәле коллектив эшләгәне килеп ингәс тә күҙгә ташлана. Һәр ерҙә бөхтәлек, тәртип хөкөм һөрә. Мәғариф ветераны, ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән тарих уҡытыусыһы Рәзидә Хәмзә ҡыҙы Хайруллина мәктәптә булдырылған художестволы галерея менән таныштырҙы. Картиналарҙы ауылдаштары, билдәле рәссам, скульптор Фирдант Нуриәхмәтов тапшырған. Шуға ла тик Ҡараяр мәктәбендә генә арҙаҡлы шәхестәребеҙ скульптор Тамара Нечаеваның бюсы, актриса Нурия Ирсаеваның рәсеме урынлашҡаны ҡунаҡтарҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Мәктәптәге кескәй генә музей ҙа бик үҙенсәлекле, мәктәптең, ауылдың бай тарихын туплаған. Иркен бер бүлмәлә уҡыусылар тотош бер ижади атмосфераға күмелгән. Бында уларға “Ғаилә” үҙәгенең һәм педагогик-психологик хеҙмәт белгестәре менән “Бала саҡ биләмәһе” программаһын тәҡдим итте. Ҡараяр уҡыусылары тоҙло ҡамыр, оригами, тәрилкәләрҙе биҙәү буйынса оҫталыҡ дәрестәре алды, төрлө релакс һәм терапия зоналарында ҡатнашты.
Фестивалдең төп өлөшө ауыл клубында дауам итте. Фойела айырым бер милли рух менән һуғарылған тормош ҡайнаны. Бында республикабыҙҙа милли биҙәүестәр яһарға яратҡан, үҙ һөнәрен башҡаларға өйрәтергә тырышҡан билдәле ҡатын-ҡыҙ, Йылайыр районы һылыуы Дилара Асаинова үҙ эштәренең күргәҙмәһен тәҡдим итте. Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары өсөн ул милли биҙәкле сувенир - муйынса эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Малайҙар ҙа ситтә ҡалмаған. Улар остаздары ярҙамында ҡунаҡтарға ағас семәрләү буйынса үҙҙәренең һәләтен күрһәтте. Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы Зәйнетдинов иһә милли музыка ҡоралдарында уйнап, барыһын да таң ҡалдырҙы.
“Сәскә ат, Ҡараярым!” фольклор фестивале концерт залында дауам итте. Сәхнә хужалары үҙҙәренең сығыштары менән бер ҡыуандырһа, уларҙың шатлығын уртаҡлашырға тип килгән һөнәрҙәштәре Магинск, Байҡыбаш, Уразай ауылдары мәҙәни усаҡтарының, район мәҙәниәт һарайы артистарының бейеүҙәре, йыр-моңдары менән мең һөйөндөрҙө. Тамашасы концертты халыҡтар дуҫлығына, уның сағыу милли мәҙәниәтенә һоҡланып ҡараны.
Шулай итеп, фестиваль йәнле, юғары кимәлдә үтте. Ауылдың тыуған көнө “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үткәрелеүе бик әһәмиәтле булды. Тик сәләмәт тормош рәүеше алып барғанда ғына юғары уңыштарға өлгәшеп булғанын һәр кем яҡшы аңланы. Афарин, ҡараярҙар!

Гөлнара Солтанова.

Ҡараярҙа фольклор байрамы гөрләне
Ҡараярҙа фольклор байрамы гөрләне
Ҡараярҙа фольклор байрамы гөрләне
Ҡараярҙа фольклор байрамы гөрләне
Ҡараярҙа фольклор байрамы гөрләне
Ҡараярҙа фольклор байрамы гөрләне
Ҡараярҙа фольклор байрамы гөрләне
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас