

Ҡайҙалыр яҙ етеп, ямғырҙар яуып тоһа, Солтанбәк ауылында ҡыш китергә ашыҡмай әле, ҡар бурандары менән яңы өйөмдәр өйөп тора.
Шуға ла солтанбәктәр Рамаҙан айын ҡаршы алып, өмә ойошторалар.
Мәктәптә уңышлы эшләп килгән “Бал ҡорттары” тигән йәш тимурсылар отряды оло йәштәгеләрҙең өй алдарын, ихаталарын һәм "Айыҡлыҡ аллеяһы"н ҡарҙан таҙартһа, уҡытыусылар, тәрбиәселәр мәктәп, балалар баҡсаһы алдарын, обелиск эргәһен тәртипкә килтерә, спорт залын йыуа. Мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре лә өмәнән ситтә ҡалмай.
Бына шулай, сауаплы, изге ғәмәлдәр ҡылып, Рамаҙан айын бергә үткәрәйек.
Наилә Имаева.