Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
2 Апреля 2022, 06:40

Һөнәрҙәр күп, оҡшағанын һайла

Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылына арналған сара бик фәһемле уҙҙы.

Һөнәрҙәр күп, оҡшағанын һайлаҺөнәрҙәр күп, оҡшағанын һайла
Һөнәрҙәр күп, оҡшағанын һайла

 

 

Нәһертдин ауыл клубы методисы Гөлүсә Дәүләтгәрәева яҙғы каникул осоронда балалар менән бик ҡыҙыҡлы сара ойошторҙо. Сара Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы сиктәрендә үтте һәм “Һөнәрҙәрҙе таны!” тип аталды.

Уҡыусылар һәр төрлө конкурстарҙа һынау тотто. Улар бигерәк тә “Һөнәр һүҙлеге”, “Мәҡәлдәрҙе әйтеп бөтөр”, “Һөнәрҙе таны!”, “Ҡорал-ҡорамалдар кемдеке?”, “Оҫта тегенсе” кеүек бәйгеләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнашты, шулай уҡ алфавит тәртибендә һөнәрҙәр исемен әйтә алыу ярышы ла сәмле барҙы.
- Заман талаптарына тура килгән белгестәр әҙерләү – бөгөн көнүҙәк темаларыбыҙҙың береһе. Ә инде кесе йәштән үк хеҙмәт һөйөргә хөрмәт уятыу – киләсәк быуындың һөнәри белем алып, тормошта үҙ урындарын таба белергә, дөрөҫ йүнәлешкә өмөт уята, - ти Гөлүсә Мәғдән ҡыҙы.
Балаларыбыҙҙың кәрәкле һөнәр һайлай алыуҙарына ышанабыҙ, кемдәрҙең атай-әсәйҙәренең эшен дауам итеп, ғаиләләренең хеҙмәт династияһы юлын асыр. Ошондай фәһемле саралар ойошторолоп торһа, был маҡсаттар бойомға ашыр тигән өмөттәрҙә ҡалабыҙ.

Гөлнара Солтанова.

Һөнәрҙәр күп, оҡшағанын һайла
Һөнәрҙәр күп, оҡшағанын һайла
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас