

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә үткәргән «Ныҡ бул» медиа-конкурсының 2-се этабы уҙҙы. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән ижади эштәре икенсе этапҡа уҙған 60-ҡа яҡын бала ҡатнашты. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаеваның ҡатнашыуы тағы ла мәртәбә өҫтәй.
Балалар менән көн оҙоно остаздары эшләй. «Социаль ролик» номинацияһын кинорежиссер Булат Йосопов һәм «Тамыр» телеканалының баш режиссеры Адель Һөнәрғолова баһалай. Улар ошо төр роликтарҙы төшөрөү серҙәре менән бүлешеп, кәңәштәр еткерә.
Плакаттар буйынса балалар менән этно-дизайнер, кино һәм телевидение рәссамы Арслан Бикбаев һәм билдәле дизайнер Ҡарлуғас Исмәғилова эшләй.
Билдәле блогерҙар Алмаз Ҡарағолов менән Ралия Королек балаларҙы фәһемле һәм көлкөлө вайндар төшөрөргә өйрәтә.
Көн оҙоно өйрәнгәндәрен уҡыусылар тренерҙары менән йомғаҡлау өлөшөндә күрһәтә.
«Беҙгә «Тамыр»ҙа бик оҡшаны. Телеүҙәк буйлап экскурсия ла үткәрҙеләр. Балалар һәр тапшырыу залында булып, үҙҙәрен ысын телейондоҙ итеп хис итте. Бик күп фәһемле кәңәштәр алдылар, теге йәки был төр роликты төшөрөргә өйрәнделәр. Һәр бала айыҡ тормошто пропагандалауға арналған тема алды. Шул тема буйынса 3-сө этапҡа үтер өсөн май аҙағына тиклем ролик төшөрөп ебәрергә кәрәк була”, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Гүзәл һәм Динисламдың ата-әсәһе Данис һәм Ләйсән Суфияновтар.
Бына шулай, айыҡ һәм сәләмәт тормош яҡлы солтанбәктәр бер минут та тик тормай, төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып, еңеү артынан еңеү яулай, иң мөһиме, улар тик тормай: алға бара, оҫталыҡтарын арттыра, өйрәнә, үҫә! Афариндар! Кем белә, бәлки Гүзәл һәм Динисламдан киләсәктә билдәле режиссер һәм журналистар ҙа сығыр?! Нисек кенә булһа ла, балалары өсөн йән атып, уларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн бар тырышығын һалып, үҙ өлгөләрендә тәрбиәләгән Ләйсән һәм Данис Суфияновтарға һоҡланыуыбыҙҙы белдереп, тик уңыштар ғына теләйбеҙ! “Ныҡ бул” конкурсының киләһе этабына уҙып, еңеү яуларға яҙһын!
Наилә Имаева.