

Тыуған яғының бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битараф булмағандарҙы республика «Атайсал» проекты берләштерә. Был проектҡа үткән йыл республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров старт биргәйне.
Асҡын районы ла был изге башланғысҡа әүҙем ҡушылып, 224 проект индерҙе. Иң әүҙем ҡушылыусылар араһында "Айыҡ ауыл- 2021" республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылы халҡы ла бар. Был проект сиктәрендә ауылда мәсет ремонтлана, шишмәләр төҙөкләндерелә, зыярат кәртәһе лә яңыртыла һәм башҡа бик күп эштәр башҡарыла. Был хаҡта бөгөн ауылдың әүҙем йәмәғәтсеһе, “Атайҙар мәктәбе” етәксеһе Данис Вәлинур улы Суфиянов ентекле һөйләне.
Данис Вәлинур улы менән был тапшырыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева, Краснокама районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлкәй Шәмсетдинова ла ҡатнаша.
Бына шулай улар бик матур әңгәмә ҡороп, тамашасыларға бик фәһемле мәғлүмәт еткерәләр. Был хаҡта тулыраҡ тапшырыуҙы ҡарап белә алаһығыҙ. Иң мөһиме, тырышлыҡ, берҙәмлек, илһөйәрлек кәрәк! Афариндар!
Наилә Имаева.