Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
15 Март 2022, 11:05

Атайҙар һәр саҡ өлгө булһын!

Солтанбәк ауылында әүҙем эшмәкәрлек алып барыусы Атайҙар мәктәбе нәҡ  шундай девиз  буйынса эшләй. #Айыҡауыл2021Солтанбәкауылы#Трезвоесело2021Султанбеково#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы#ВсемирныйКурултайБашкир#Аскинскийрайон#Атайҙармәктәбе

Атайҙар  һәр саҡ өлгө булһын!Атайҙар  һәр саҡ өлгө булһын!
Атайҙар һәр саҡ өлгө булһын!

 

 

  “Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылында  йәш быуынды физик һәм рухи яҡтан һау-сәләмәт, эшһөйәр, егәрле, мәрхәмәтле, иманлы,  үҙ еренең ысын патриоты  итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә.  Был юҫыҡта урындағы мәктәп, мәҙәниәт усағы, мәсет, ауыл Советы, “Ағинәйҙәр ҡоро” һәм Атайҙар мәктәбе  берҙәм булып, әүҙем эшләй. 

Бер йыл элек ойошторолоп, бөгөн инде матур  башланғыстарҙы тормошҡа ашырыусы Атайҙар мәктәбенең роле бигерәк тә ҙур. Үҙ өлгөләрендә балаларын аҡыллы, тәүфиҡлы, егәрле итеп тәрбиәләүсе атайҙар ауылда төрлө саралар үткәрә: спорт  ярыштары булһынмы ул, төҙөкләндереү өмәләреме, милли йолаларыбыҙҙы  һәм кәсептәребеҙҙе тергеҙеүме, динебеҙҙәге ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаумы – һәр ерҙә өлгөрәләр!

 Ғаиләлә атай абруйын күтәреү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау  буйынса әүҙем   эш алып баралар. Иң мөһиме, ҡайҙа һәм ниндәй генә эш башҡарһалар ҙа улар  балалары менән бергә ваҡытты үткәрә, кәрәк урында аңлата, күрһәтә, ярҙам итә, дәртләндерә, сәмләндерә. 

 “Атайҙар мәктәбе эшләй башлағас, ғаилә  ҡиммәттәре иң беренсе урынға сыҡты.  Ауылыбыҙҙа  тормош та йәнләнде, ғаиләләр менән төрлө саралар үтә башланы. Атайҙар балалар менән күберәк ваҡыт үткәрә, ә балалар атайҙарын эштән түҙемһеҙлек менән көтөп алып,  үҙҙәренең хәбәрҙәрен һөйләргә ашыға. Атайҙар менән бергәләп мәктәптә спорт залында ла  даими шөғөлләнә,  кистәрен саңғыла  йөрөй, олатай-өләсәйҙәренә ярҙам итәләр,  йорт эштәрендә лә булышырға атлығып торалар. Киләсәктә Атайҙар мәктәбе эше тағы ла йәнләнеп, тағы ла киңәйеп, изге эштәре, матур башланғыстары менән һөйөндөрөп торор”,  - ти  “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы рәйесе Ләйсән Суфиянова.

Наилә Имаева.

 

 

Атайҙар  һәр саҡ өлгө булһын!
Атайҙар  һәр саҡ өлгө булһын!
Атайҙар  һәр саҡ өлгө булһын!
Атайҙар һәр саҡ өлгө булһын!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас