Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
15 Март 2022, 17:00

Афарин, Наҙгөл!

Яңы Ҡаҙансы мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Наҙгөл Хәсәнова беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды.  

Афарин, Наҙгөл!Афарин, Наҙгөл!
Афарин, Наҙгөл!


Яңы Ҡаҙансы мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Наҙгөл Хәсәнова йәш сәсәндәр араһында 12 -се тапҡыр үткәрелгән "Башҡорт халҡының "Урал батыр" эпосы - кешелек байлығы" халыҡ-ара бәйгеһендә ҡатнашты. Тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшеүсе тырыш ҡыҙ «Иң яҡшы видеоролик» номинацияһында «Минең бәләкәй Ватаным» темаһына уҡытыусыһы Алһыу Ҡәтифйән ҡыҙы Хәсәнова етәкселегендә видеоролик төшөрөп ебәрҙе. Наҙгөлдөң эше юғары баһаланып, беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Әүҙем, рухлы, телһөйәр ҡыҙҙы һәм уның ижади ҡарашлы уҡытыусыһы Алһыу Ҡәтифйән ҡыҙын ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ!

 

Наилә Имаева.

 

Афарин, Наҙгөл!
Афарин, Наҙгөл!
Афарин, Наҙгөл!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас