

Йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү буйынса Асҡын районында маҡсатлы эш алып барыла. Уларҙың һуғыш һәм тыл, хеҙмәт ветерандары, райондың билдәле шәхестәре менән осрашыуы, Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йорто алдында хәрби парад үткәреүҙә һәм башҡа хәрби-патриотик рухтағы сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы матур йолаға әйләнде.
“Йәш армия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең урындағы штабын Рөстәм Тимерғәле улы Әбдрәхимов етәкләй. Район штабына 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге 70-тән артыҡ бала ингән. Улар төрлө хәрби-патриотик сараларҙа ҡатнашып, ғорурлыҡ һәм хөрмәт менән "Йәш армиясы” исемен йөрөтә.
23 февраль- Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Асҡын 1-се урта мәктәбенең 8-се Б класы уҡыусылары Алһыу Миңлеғәлиева, Нурия Имаева, Илья Мокроусов һәм 11-се клласс уҡыусыһы Денис Смольников Асҡын районы хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды. Йәш армиясыларҙы район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов тәбрикләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2015 йылдың 29 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин “Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр йәмәғәт-дәүләт ойошмаһы булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 2016 йылдың сентябрь башында РФ Оборона министры Сергей Шойгу башланғысы менән, был хәрәкәттең бер йүнәлеше булараҡ, “Йәш армия” бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәте үҙ эшен башланы. Уның төп маҡсаты - Тыуған илен яратаусы һәм уны һаҡларға әҙер, көслө, аҡыллы, матур һәм сәләмәт патриоттар быуыны тәрбиәләү.
Был хәрәкәткә Асҡындың рухлы, илһөйәр уҡыусылары ла ҡушылды. Улар “Йәш армия”сылар сафына инеп, ата-әсәләре, остаздары һәм дуҫтары алдында Ватанға һәм йәш армиясылар туғанлығына тоғро булырға, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн көрәшергә, уҡыуҙа һәм спортта еңеүгә ынтылырға, Тыуған илебеҙ азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына көрәшкән батырҙар иҫтәлеген хөрмәтләп һаҡларға, Рәсәй патриоты һәм лайыҡлы гражданин булырға тантаналы ант биргәйне.
Наилә Имаева.