Китап бүләк иттеләр
«Бер-береңә туған телдә китап бүләк ит» акцияһына балтастар ҙа ихлас ҡушылды.
15 февралдән 21-нә тиклем Башҡортостанда Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған «Бер-береңә туған телдә китап бүләк ит» акцияһы уҙа.
Проект сиктәрендә ҡатнашыусылар бер-береһенә яратҡан китаптарын бүләк итә һәм был китаптың уларҙың иғтибарын нисек йәлеп итеүе хаҡында һөйләй. Проекттың маҡсаты - туған телдәге әҙәбиәтте уҡыуға киң аудиторияны йәлеп итеү, баҫмаларҙы популярлаштырыу, яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләү. Акцияға Балтас районы Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбе татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиана Йәмил ҡыҙы Әҡбәрова етәкселегендә 5-се б класс уҡыусылары әүҙем ҡушылды. Афариндар!
Гөлназ Ғәлләмова.