Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
20 Февраль 2022, 06:00

Бал ҡорттарылай уңғандар

“Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылының "Уңған бал ҡорттары" исемен ғорур һәм лайыҡлы йөрөтөүсе йәш тимурсылар отряды һәр саҡ ярҙам итергә әҙер.  

Бал ҡорттарылай уңғандарБал ҡорттарылай уңғандар
Бал ҡорттарылай уңғандар

 

Солтанбәк урта мәктәбендә тимурсылар хәрәкәте оҙаҡ йылдар дауамында уңышлы эшләп килә. Етеҙ, егәрле, илһөйәр, шәфҡәтле, өлгөлө уҡыусыларҙан торған "Уңған бал ҡорттары" исемен ғорур һәм лайыҡлы йөрөтөүсе йәш тимурсылар отряды ла һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. «Тимур һәм уның командаһы» исемле китапты уҡып, шул тырыш уҡыусыларға оҡшарға теләгән көс-дәрте ташып торған ҡыҙ һәм малайҙар бер эштән дә ҡурҡып тормай.

Был юлы "Уңған бал ҡорттары" отряды ҙур теләк менән ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләп, бөгөн хаҡлы ялда булған мәғариф ветарны Зәбидә Мәркәз ҡыҙы Исламоваға ярҙам итте. Улар бал ҡорттары һымаҡ гөжләп торҙо: утын кереттеләр, ҡар көрәнеләр. Аш-һыуға оҫта Зәбидә апай эш аҙағында балаларҙы тәмлекәстәр менән һыйлап, бергәләп тәмле итеп серләшә-серләшә сәй эстеләр.
- Балаларға рәхмәт. Гел килеп булышып торалар. Байрамдарҙа ла иғтибарһыҙ ҡалдырғандары юк. Бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙыу бик яҡшы. Йәш быуындың шулай ололарға мәрхәмәтле, шәфҡәтле, игелекле булып үҫеүенә бе сикһеҙ ҡыуанабыҙ! - ти Зәбидә Мәркәз ҡыҙы.

Афарин, Солтанбәк ауылының йәш тимурсылары! Ололарға һәр кемебеҙҙән тик иғтибар һәм ихтирамлы булыу ғына кәрәк. Шуға күрә солтанбәктәрҙән өлгө алып, һәр кемебеҙ ярҙамға мохтаж өлкән кешеләргә ярҙам күрһәтәйек.

Наилә Имаева.

 

Бал ҡорттарылай уңғандар
Бал ҡорттарылай уңғандар
Бал ҡорттарылай уңғандар
Бал ҡорттарылай уңғандар
Бал ҡорттарылай уңғандар
Бал ҡорттарылай уңғандар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас