Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
17 Февраля 2022, 11:05

Афарин, мөфтөй!

Бөгөн төндә Ағиҙел күперендә республика мөфтөйө Айнур Бирғәлин бер ирҙе үлемдән ҡотҡарған.

Мөфтөй һөйләүенсә, ул дуҫтары менән Ағиҙел күперенән үтеп барған булған. Егеттәр юл ситендә ҡолап ятҡан кешене күреп ҡалған. Тиҙ арала туҡтап, ирҙең хәлен һорашып ашығыс ярҙам машинаһын һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртҡандар.

«Бер кешене үлтергән әҙәм барлыҡ кешелекте үлтергәндәй булыр, ә берәүҙең ғүмерен һаҡлап ҡалған кеше бөтә донъяны ҡотҡарғандай булыр, тиелә Ҡөрьәндә. Беҙ табиптарҙы көтөп алдыҡ һәм тыныс күңел менән йортобоҙға ҡайттыҡ», — ти Айнур хәҙрәт.

Ауыр хәлдә ҡалған ир «Тиҙ ярҙам» машинаһында яҡындағы дауаханаға оҙатылған. Афарин, мөфтөй!

 

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Автор:https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-02-17/afarin-m-ft-y-2696469
Читайте нас