+30 °С
Болотло


Биология буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында Борай 1-се урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Тимур Фәйзуллин уҡытыусыһы Фәнис Сифат улы Шәйхинуров етәкселегендә ҡатнашып, призер булды. Тимурҙы һәм тырыш егетте әҙерләгән уҡытыусы Фәнис Сифат улын юғары һөҙөмтәләргә ирешкәндәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Гөлназ Мирхәйҙәрова.