

Ҡариҙел районы Яңы Бәрҙәш урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Розалина Хөпөтдинова Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты тарафынан ойошторолған II Бөтә Рәсәй йәш хәбәрселәр фестивалендә әүҙем ҡатнашып, 2-се урын яуланы! Уны был мәртәбәле сараға башҡорт теле уҡытыусыһыЗилиә Туҡтағол ҡыҙы Ғиндуллина әҙерләне.Нәүбәттәге фестиваль илдәге эпидемиологик хәлдәр арҡаһында онлайн режимда үтте. Шуға ла бер мәл мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты ысын видеокәңәшмәләр залын хәтерләтте.
Республиканан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән йыйылған барлыҡ ҡатнашыусыларҙы Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультеты деканы Г.Р. Абдуллина, проректор А.Б. Ғәлимханов, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе М.В.Ульчев, Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире В.Ғ.Исхаҡов, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат йортоноң медиа директоры А.Р. Байбулатов сәләмләне. Фестиваль талабы буйынса Розалина, үҙе менән таныштырыу өсөн, етәксеһе Зилиә Туҡтағол ҡыҙы менән алдан уҡ видеояҙма ебәргәйне. Беренсе турҙа уҡыусыбыҙ ошо яҙманың презентацияһы менән сығыш яһаны. Икенсе турҙа Розалинаға ораторлыҡ сәнғәтендә көс һынашырға тура килде. 350 конкурсант араһында! Буласаҡ ҡәләмселәр “Әгәр мин журналист булһам...” темаһына бәйге тотто. Был ярыштан һуң йәш хәбәрселәрҙе төбәктең билдәле корреспонденттары, журналистары, медиа мәктәптәре етәкселәре тарафынан ойошторолған тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы көткән. Бында һөнәрмәндәр төрлө гәзит жанрҙары менән яҡындан таныштырып, журналист һөнәре буйынса тәүге орлоҡтар һалды. Һуңғы ярышта – викторинала иһә Розалина журналистика нигеҙҙәре буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.Фестивалде йомғаҡлап, кафедра мөдире Р.Д.Мостафина БДУ-ның журналистика факультеты буйынса презентация күрһәтте. Һәм төрлө кимәлдәге еңеүселәр, уларҙың етәкселәре иғлан ителде. Командалар айырым, шәхси ҡатнашыусылар айырым билдәләнгән.
Беҙҙең йәш хәбәрсебеҙ ошо бәйгелә 70 балл йыйып, 2-се урын яуланы. 5 сәғәт дауамында онлайн режимда барған был фестиваль Розалинала тик ыңғай тәьҫораттар ғына тыуҙырҙы. Зилиә Туҡтағол ҡыҙын һәм Розалина Хөпөтдинованы сираттағы уңыштары менән тәбрикләйбеҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ. 11-се класты тамамлағас, урман ҡыҙы журналистика юлын һайлар, киләсәктә бынамын тигән корреспондент булып китер әле, тип ышанабыҙ.
Гөлнара Солтанова.