Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Афарин!
24 Ғинуар 2022, 15:30

Афарин, Вилназ!

“Рәшит Солтангәрәев уҡыуҙары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһына йомғаҡ яһалды.  

Афарин, Вилназ!Афарин, Вилназ!
Афарин, Вилназ!

 

Республикабыҙҙа Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә 5 декабрҙән 29 декабргә тиклем дистанцион форматта “Рәшит Солтангәрәев уҡыуҙары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Унда бөтәһе 420 уҡыусы ҡатнашты.

Бөгөн ошо мәртәбәле сараның еңеүселәре билдәле булды.

Асҡын районының Ҡарткиҫәк урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Вилназ Ахунов башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Мостафина етәкселегендә был конференцияла ҡатнашты. Телһөйәр егет “Ҡарткиҫәк ауылы топонимдарының лексик-семантик классификацияһы” темаһына тикшеренеү эше башҡара. Уның хеҙмәт емеше “Башҡорт филологияһы” секцияһында 2-се урынға лайыҡ була.

Тырыш уҡыусы Вилназды һәм уның уҡытыусыһы Руфина Фәлғәт ҡыҙын сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм аратабан да уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

 

 

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас