Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Ғинуар 2022, 12:05

“Шатлыҡ”тар йәнә шатландырҙы!

Солтанбәк ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы “Беҙ — башҡорт балалары” интернет  конкурсында ҡатнашып, еңеү яуланы һәм   бүләккә кескәйҙәр өсөн алты комплект милли кейем алды. Афарин, солтанбәктәр! 

“Шатлыҡ”тар йәнә шатландырҙы!
“Шатлыҡ”тар йәнә шатландырҙы!

“Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылы халҡы әүҙемлеге, рухлы, сәмле булыуы менән һоҡландыра . Урындағы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы  коллективы ла нәҡ шундайҙарҙан.

Эшенә бар күңелен, көс-дәртен һалып эшләүсе ижади ҡарашлы тәрбиәсе Ләйсән Суфиянова кескәйҙәр менән төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашып, уңыштарға ирешә. Күптән түгел Ләйсән Марат ҡыҙы  хеҙмәттәштәре менән “Беҙ — башҡорт балалары” интернет  конкурсында ҡатнаша. Бәйгенең шарты буйынса улар  балалар менән әҙерләгән видеояҙманы милли кейем тегеү оҫтаһы Гөлфирә Сөйөшева ойошторған конкурс положениеһы аҫтына һалып, үҙҙәре менән таныштыра.  Артабан  бәйгеселәр өсөн тауыш биреү башлана.

“Был конкурс беҙҙең берҙәмлегебеҙҙе тағы ла бер тапҡыр иҫбат итте. Беҙҙең видеоролик өсөн бөтә район халҡы, райондан ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа  тауыш бирҙе. Форсаттан файҙаланып, уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәм. Иң күп тауыш йыйып, беҙҙең баҡса еңеү яуланы һәм кескәйҙәр өсөн алты комплект  милли костюмға лайыҡ булдыҡ. Был бик ҙур бүләк. Хәҙер төрлө саралар үткәргәндә балаларыбыҙ милли костюмдарҙа балҡып,  милли рух бөркөп торсаҡ!” — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты  Ләйсән Марат ҡыҙы.

 

 Күптән түгел Солтанбәктә гөрләп уҙған “Тыуғанай FEST” ҡышҡы фестивалендә  район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов бүләктәрҙе тантаналы шарттарҙа “Шатлыҡ” балалар коллективына тапшырып, еңеүҙәре менән ҡотланы һәм артабан да уңыштар теләне.

Наилә Имаева.

 

 

“Шатлыҡ”тар йәнә шатландырҙы!
“Шатлыҡ”тар йәнә шатландырҙы!
“Шатлыҡ”тар йәнә шатландырҙы!
“Шатлыҡ”тар йәнә шатландырҙы!
Читайте нас: