Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
17 Ғинуар 2022, 16:30

Мәктәптәрҙә — юғары тиҙлекле интернет

2021 йылдың 1 сентябренән Башҡортостандың бөтә мәктәптәре лә юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. 

Мәктәптәрҙә — юғары тиҙлекле интернет
Мәктәптәрҙә — юғары тиҙлекле интернет

  Барыһында ла  кәрәкмәгән контенттан фильтр һәм мәғлүмәтте һаҡлау ҡуйылған. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин  бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдерҙе.   

2022 йылдың 1 ғинуарынан мәктәптәр өсөн трафикҡа түләү федераль бюджет иҫәбенә башҡарыла – яҡынса 90 млн һум.

 Бөтәһе 2019 йылдан 2021 йылға тиклем Башҡортостанда 3086 объект юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылған. Улар иҫәбендә 1761 ФАП, 968 мәктәп, 199 ауыл биләмәһе хакимиәте, 74 янғын һүндереү бүлеге, 71 мәҙәниәт усағы, 13 китапхана.

  «Иң мөһиме — йыраҡ ауылдарҙа урынлашҡан ФАПтар», —тине Разумикин.

Был проектҡа инвестициялар  1,8 млрд һум тәшкил иткән. Селтәрҙәрҙе ҡарау һәм хеҙмәтләндереүҙе  Ростелеком үҙ өҫтөнә алған.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-01-17/m-kt-pt-r-yu-ary-ti-lekle-internet-2657009
Автор:
Читайте нас: