Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
15 Ғинуар 2022, 18:40

Солтанбәктәр был юлы ла өлгө күрһәтте!

Бөгөн Солтанбәк ауылында ҙур әҙерлек менән гөрләп уҙған «Тыуғанай FEST» ҡышҡы фестиваль сиктәрендә асылған “Айыҡлыҡ аллеяһы”ндағы ағастарға күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләр балалары менән бергәләп тағараҡтар элде. #Айыҡауыл2021Солтанбәкауылы#Трезвоесело2021Султанбеково#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы#Урындағыбашланғыстарҙыяҡлаупрограммаһы2022#ППМИ2022СултанбековоАскинскийрайон

Солтанбәктәр был юлы ла өлгө күрһәтте!
Солтанбәктәр был юлы ла өлгө күрһәтте!

Айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барған солтанбәктәр берҙәмлектәре, дәрт-дармандары, яңы идеяларҙы, яңы башланғыстарҙы шунда уҡ күтәреп алып, тиҙ арала тормошҡа ашырып ҡуйыуҙары менән һоҡландырып ҡына тора. Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсы сиктәрендә Солтанбәк ауылында йыл әйләнәһенә төҙөкләндереү, тирә-яҡты таҙартыу өмәләре, дини, спорт, мәҙәни байрамдар, эскелеккә ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән изге эштәр башҡарылды. Был эштәрҙә ауыл Советы, мәктәп, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы, мәсет, “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы  һәр саҡ берҙәмлек күрһәтте.

Бөгөнгө «Тыуғанай FEST» ҡышҡы фестиваль дә солтанбәктәрҙең берҙәм, тырыш хеҙмәт күрһәткесе булды.

-Беҙ, кешеләр, үҙебеҙ тураһында ғына түгел, ә ҡанатлы дуҫтарыбыҙ тураһында ла хәстәрлек күрергә бурыслы. Солтанбәктәр күп балалы ғаиләләре менән дә дан тотоп тора. Улар бөгөнгө  һалҡын ҡышҡы көндәрҙә емгә мохтаж булған ҡоштар өсөн тағараҡтар эшләп алып килде, - тип яңы асылған “Айыҡлыҡ алеяһы”ндағы ағастарға күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләр бергәләп ҡоштарға ҡышҡы һалҡын көндәрҙә туҡланыр өсөн ем һалынған тағараҡтар элде.

Ҡоштар килеүен көткән балаларҙың йөҙөнән нур, изгелек, мәрхәмәтлек бөркөлөп торҙо! Тәбиғәткә, ҡоштарға һаҡсыл ҡараш нәҡ ошонан башлана ла инде! Афарин, солтанбәктәр!

 

Район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов та “Айыҡлыҡ аллеяһы”ндағы ағасҡа ғаиләһе менән тағараҡ элде.

Наилә Имаева.



Солтанбәктәр был юлы ла өлгө күрһәтте!
Солтанбәктәр был юлы ла өлгө күрһәтте!
Солтанбәктәр был юлы ла өлгө күрһәтте!
Солтанбәктәр был юлы ла өлгө күрһәтте!
Солтанбәктәр был юлы ла өлгө күрһәтте!
Солтанбәктәр был юлы ла өлгө күрһәтте!
Солтанбәктәр был юлы ла өлгө күрһәтте!
Солтанбәктәр был юлы ла өлгө күрһәтте!
Солтанбәктәр был юлы ла өлгө күрһәтте!
Читайте нас: