Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
15 Ғинуар 2022, 17:55

Солтанбәктәр беренселәрҙән булып “Айыҡлыҡ аллеяһы”н асты

Бөгөн айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыусы Солтанбәк ауылында ҙур әҙерлек менән гөрләп уҙған «Тыуғанай FEST» ҡышҡы фестиваль сиктәрендә “Айыҡлыҡ аллеяһы” тантаналы шарттарҙа асылды.  

Солтанбәктәр беренселәрҙән булып  “Айыҡлыҡ аллеяһы”н асты
Солтанбәктәр беренселәрҙән булып “Айыҡлыҡ аллеяһы”н асты

Байрамда район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, уның урынбаҫарҙары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева, Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйҙуллина, район мәғариф бүлеге етәксеһе Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Риваль Ринат улы Сәлимов, күрше ауыл һәм урындағы халыҡ ҡатнашты. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов һәм урындағы “Умырзая” фольклор ансамбле йыр-моң менән ҡаршы алды.

- Афарин, солтанбәктәр! Һеҙгә килгән һайын, һеҙ үҙегеҙҙең берҙәмлегегеҙ, тырышлығығыҙ, яңынан-яңы матур башланғыстарығыҙ менән һоҡландырып тораһығыҙ. Бына бөгөн дә районыбыҙҙа беренселәрҙән булып Солтанбәк ауылында “Айыҡлыҡ аллеяһы”н астығыҙ! Афариндар! Был урын ауыл халҡын берләштереп, айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуығыҙҙы һәр саҡ күрһәтеп, тағы ла изге эштәргә һеҙҙе дәртләндереп торһон! - тип Фәнил Фәнғәт улына һәм ауыл халҡына ҙур рәхмәтен белдерҙе Динис Рәдис улы тәбрикләү сығышында.

Наилә Имаева.

#Айыҡауыл2021Солтанбәкауылы
#Трезвоесело2021Султанбеково
#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы
#Урындағыбашланғыстарҙыяҡлаупрограммаһы2022
#ППМИ2022СултанбековоАскинскийрайон

Читайте нас: