Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Ғинуар 2022, 12:45

Афарин, Эльвира!

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы еңеүселәре билдәләнде. Улар араһында Борай 2-се гимназия уҡыусыһы Эльвира Сәйетғәлиева ла бар!

Афарин, Эльвира!
Афарин, Эльвира!

 

Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында барған башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһының йомғаҡлау өлөшө ойошторолдо, еңеүселәр билдәләнде.

Олимпиада быйыл 36-сы тапҡыр уҙғарылды. Унда  беренсе программа линияһы буйынса (уҡытыу башҡорт телендә алып барылған милли мәктәптәр, гимназиялар, лицейҙар) – 84 уҡыусы, икенсе программа линияһы буйынса – 59, өсөнсө программа линияһы буйынса – 55, күрше өлкәләрҙән 20 уҡыусы ҡатнашҡан.

Өсөнсө программа линияһы буйынса Баҡалы районы Баҡалылағы 1-се мәктәптән Камила Шәйхетдинова, Борай районы Борайҙағы 2-се мәктәптән Эльвира Сәйетғәлиева, Өфөләге 160-сы лицейҙан Рина Хәсәнова еңеү яуланы.

Илһөйәр һәм телһөйәр уҡыусы  Эльвира Сәйетғәлиеваны һәм уны  төбәк-ара олимпиадаға  әҙерләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Зилә Рәмзи ҡыҙы Вахитованы  лайыҡлы еңеүҙәре  менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Гөлназ Ханова. Борай районы.

 

 

Афарин, Эльвира!
Афарин, Эльвира!
Афарин, Эльвира!
Афарин, Эльвира!
Читайте нас: