Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
8 Ғинуар 2022, 19:05

Рухландырҙы, уйландырҙы, дәртләндерҙе

Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллинаның сығышы һәр ваҡыттағыса телһөйәрлек, илһөйәрлек менән һуғарылып, оло тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булды һәм көслө алҡыштарға күмелде.  

Рухландырҙы, уйландырҙы, дәртләндерҙе
Рухландырҙы, уйландырҙы, дәртләндерҙе

 

 

Бөгөн Ҡашҡа ауылында "Айыҡ ауыл - 2021" республика конкурсы сиктәрендә уҙған йомғаҡлау сараларында ҡатнашыусы мәртәбәле ҡунаҡтар араһында танылған шағирә, тәжрибәле журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Ш. Бабич исемендәге йәштәр һәм Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге республика премиялары лауреаты, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина ла бар ине. Уның сығышы һәр ваҡыттағыса телһөйәрлек, илһөйәрлек менән һуғарылып, оло тәрбиәүи әһәмиәткә эйә ине. Лариса Абдуллинаның шиғырҙары күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тибрәтеп, йөрәктәргә үтеп инде һәм уйланырға мәжбүр итте. Рәхмәт һеҙгә, Лариса Хашим ҡыҙы!

Наилә Имаева.

Рухландырҙы, уйландырҙы, дәртләндерҙе
Рухландырҙы, уйландырҙы, дәртләндерҙе
Читайте нас: